Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Ноябрь 2019, 15:35

Милли проект: Күсмә ФАП-тар килде

Башҡортостандың алты районы тәүгә күсмә фельдшер-акушер пункттары алды. Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы мөмкин булды.

Күсмә ФАП-тар тиҙҙән Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура райондарының төпкөл ауылдарында халыҡты ҡабул итә башлаясаҡ.

Милли проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса беҙҙә йыл аҙағынаса тағы ла 15 күсмә ФАП алынырға тейеш.

Был пункттар ПАЗ автобусы базаһында урынлашҡан. Барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар (ЭКГ аппараты, портатив кардиомаркер экспресс анализаторы, дефибриллятор мониторы, гинекология креслоһы, анализ алыу ҡорамалдары һ.б.) ҡуйылған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/milli-proekt-k-sm-fap-tar-kilde/
Читайте нас: