Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Ноябрь 2019, 11:10

Аҙналыҡтар үткәреү ҙә мөһим сара

Быға тиклем тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өсөн ҡаҙна аҡсаһы бик наҡыҫ бүленде. Хәҙер шуның кире йоғонтоһо үҙен һиҙҙерә, тәбиғәтте аяҡҡа баҫтырыу өсөн ике-өс тапҡыр күберәк түләргә тура килә.

“Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 45 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу ҡаралған. Башҡортостанда милли проектты тормошҡа ашырыуҙың отошло юлдарын эҙләү маҡсатында 5 ноябрҙән алып 8-нә тиклем экологик грамоталылыҡ аҙналығы ойошторолдо. Уның эшендә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ҡараған ҡала һәм район идаралыҡтары, тәбиғәтте һаҡлау подразделениелары ҡатнашты һәм үҫеп килеүсе быуынды экологик тәрбиә биреү сараларына төшөндөрҙө. Аҙналыҡ ваҡытында тәбиғәт ҡосағына сәйәхәттәр, асыҡ дәрестәр, түңәрәк ултырыштар үткәрелде. Уҡыусылар шулай уҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, ташыу, эшкәртеү серҙәренә төшөндө.
Киләсәктә бындай аҙналыҡтар мәғариф учреждениеларында даими ойоштороласаҡ.
#Национальные проекты

Читайте нас: