"Йөрәк һүҙе-2019" еңеүсеһе тип телевидение алып барыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина билдәләнде! Уға оло бүләк - автомобиль һатып алырға 500 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Тамашасылар һөйөүе призына радио алып барыусыһы, йырсы Фәрүәз Урманшин лайыҡ булды. Фәрүәзгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Ә проект авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде.