Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ноябрь 2019, 11:20

Беҙҙең төбәк алдынғылар иҫәбендә

"Ғәҙәти телканалдарҙы һүндереү һәм яңы алым буйынса эш башлау үтә ауыр шарттарҙа барһа ла, уны ҙур оҫталыҡ менән йырып сыҡҡан төбәктәрҙе айырыуса билдәләп үтер инем", - тине билдәләне Рәсәй Федерацияһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Константин Носков.

Шулай итеп Константин Юрьевич Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Камчатка, Яҡут (Саха) республикаларын, Алтай, Красноярск крайын, Силәбе, Төмән, Ростов, Һарытау өлкәләрен башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.
Әйткәндәй, "Рәсәйҙә һанлы иҡтисад" милли проекты алты федераль проектты үҙ эсенә ала: һанлы мөхитте норматив көйләү, мәғлүмәти инфраструктура, һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар, мәғлүмәти хәүефһеҙлек, һанлы технологиялар һәм һанлы дәүләт идаралығы. Киләһе алты йылға милли проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 1,5 триллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Читайте нас: