Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Ноябрь 2019, 11:00

Көнбағыш майы зарарлымы?

Һуңғы йылдарҙа республикала көнбағыш сәсеүлектәре арта. Ә бына уларҙан алынған май зарарлы түгелме икән? Ни тиһәң дә, ҡоротҡостарҙы юҡ итеү өсөн ҡулланылған хлорорганик пестицидтар тупраҡта оҙаҡ һаҡлана, организмға үтеп инеү хәүефе лә бар. Ошо йәһәттән "Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан һынау үҙәгендә тикшереү үткәрелгән.

Был культураны күпләп үҫтергән Шишмә, Дүртөйлө, Миәкә, Архангел, Стәрлебаш, Федоровка, Ҡырмыҫҡалы һәм башҡа райондар үҙҙәренең уңышын тикшертә башлаған. Белгестәр әйтеүенсә, һөҙөмтәләр Башҡортостан продукцияларының таҙа булыуын күрһәткән.

Әйткәндәй, былтыр республиканан экспортҡа оҙатылған продукцияның 23,9 проценты көнбағыш һәм рапс майына тура килгән. Бөтәһе 76,3 миллион доллар күләмендә ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеге экспортҡа оҙатылһа, быйыл был һанды 91 миллион долларға еткереү бурысы ҡуйыла. Быйыл иһә сит илдәргә һатыласаҡ экспорттың 40 – 50 проценты – иген, 25 проценты тирәһе май продукцияһы булыр тип көтөлә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/k-nba-ysh-mayy-zararlymy/
Читайте нас: