Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Ноябрь 2019, 10:00

Республикала ирекмәндәр үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Социаль әүҙемлелек” төбәк проекты старт алды. Төбәктә проект сараларының операторы – Республика ирекмәнлек хәрәкәте һәм йәштәр инициативаларына булышлыҡ ресурс үҙәге.

Бөгөн муниципаль берләшмәләрҙең тик 35 процентында ғына ирекмәнлекте үҫтереү өсөн кәрәкле нигеҙ бар. Проект Башҡортостанда ошо хәрәкәтте үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырырға һәм уларҙы үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Уның маҡсаты – 2024 йылға республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында ирекмәнлек үҙәктәре булдырыу.
Әле мәғариф һәм коммерция булмаған ойошмалар, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль учреждениелар нигеҙендә 308 ирекмәнлеккә булышлыҡ үҙәге ғәмәлдә. Йыл аҙағына уларҙың һаны 318-гә етәсәк.
Быйыл “Социаль әүҙемлелек” төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостандың алты муниципаль берләшмәһендә ирекмәнлек зона ресурс үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Республика халҡы өсөн ирекмәнлек акциялары, семинарҙар һәм форумдар уҙа. Ғинуарҙан октябргәсә ирекмәнлек буйынса семинарҙарҙа 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, ә 93 кеше ирекмәнлек тармағында эшкә әҙерлек үте һәм тейешле сертификаттар алды.
#национальныепроекты
Читайте нас: