Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Ноябрь 2019, 10:00

Рапс майы – Евросоюзға!

Республиканың 43 районында рапс үҫтерәләр. Иң күп сәсеүлектәр Илеш, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ райондарына тура килә.

Әле 50 мең тонна май культураһы орлоғо йыйып алынған да инде. Был былтырғынан 15 мең тоннаға күберәк. Уңыш 2018 йылдан 1,3 тапҡырға юғары һәм гектарынан уртаса 11,4 центнер тәшкир итә.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, быйыл Башҡортостан Евросоюз илдәренә экспортҡа 3,5 мең тонна рапс майы оҙатырға ниәтләй. Әлегә республикала бары Шишмә май һығыу заводы ғына был культура менән шөғөлләнә. Быйыл октябрь-ноябрь айҙарында предприятие һигеҙ мең тонна рапс майы эшкәртергә планлаштыра.

Әйткәндәй, былтыр республикала агросәнәғәт экспорты күләме 76,3 миллион долларға еткән. Уның төп өлөшөн ашлыҡ (47,8 процент), көнбағыш һәм рапс майы (23,9 процент), һөт аҙыҡтары, йомортҡа, бал (11,8 процент), шәкәр (6,6 процент) һ.б. тәшкил иткән. География байтаҡ киң – Латвия, Иран, Мысыр, Ҡаҙағстан, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны.

Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.

Читайте нас: