Быйыл милли проекттың “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһы буйынса республикалағы ашығыс медицина ярҙамы бригадаларын планшет компьютерҙары менән тәьмин итеү йәһәтенән дәүләт контракты төҙөлдө.
Һөҙөмтәлә 345 бригада заманса ҡорамаллы булды. Планшет компьютерҙары һаулыҡ һаҡлауҙағы дәүләт мәғлүмәт системаһының автоматлаштырылған мобиль эш урыны менән тоташтырылған.
Уларҙың ярҙамында медицина хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәттәрҙе онлайн режимында ҡабул итәсәк, юлда уҡ сирленең ауырыу тарихын белешә аласаҡ, беренсе медицина документацияһы төҙөйәсәк, дауаханаға пациенттың хәл-торошо, кәрәкле ярҙам тураһында хәбәр ебәрәсәк.
Үҙ сиратында дауаханалар ауырыуҙы ҡабул итеүгә алдан тейешле кимәлдә әҙерләнә ала, был, әлбиттә, кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген арттырасаҡ.
Билдәле булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау! милли проекты "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү", "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш", "Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш", "Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү", "Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү", "Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү", "Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү" федераль проекттарын үҙ эсенә ала.