Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Ноябрь 2019, 13:30

Ғәрәптәр ҙә ҡымыҙ ярата

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, тиҙҙән киптерелгән ҡымыҙҙың Фарсы ҡултығы илдәренә лә экспортҡа оҙатылыуы ихтимал.

Ошо көндәрҙә Кувейт эшҡыуары, "Алмас" компанияһының директорҙар советы рәйесе доктор Салем Аль-Бьянони Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов менән осрашты. Сарала шулай уҡ "Бал технологиялары", "Күскенселәр көсө" йәмғиәттәре етәкселәре лә ҡатнашты.

"Алмас" компанияһы рәйесе башҡорт ҡымыҙы менән бейә һөтөн Фарсы ҡултығы илдәренә алырға теләге барлығын белдерҙе. Экспортҡа Баймаҡ районының "ЭкоПродукт" ауыл хужалығы кооперативында киптерелгән продукцияны оҙатыу күҙаллана. Киләсәктә ҡымыҙ менән дауалаған шифаханаларға туристик сәйәхәт тә ойошторорға мөмкин.

Кувейт эшҡыуарының Ғәрәп ярымутрауы илдәрен башҡорт балы менән тәьмин итеү буйынса бай тәжрибәһе бар. Бынан тыш, ул балдан етештерелгән продукция төрөн арттырырға ла уйлай.

Әйткәндәй, "ЭкоПродукт" һөт компанияһы Рәсәйҙә бейә һөтөнән һәм ҡымыҙын киптереп етештергән берҙән-бер ойошма. Ул 2018 йылда эш башланы.

Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.

Читайте нас: