“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу”, “Демография”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекттары бурыстарына ярашлы, Өфөләге "Пышка" компанияһында ла һөт эшкәртеү цехы асылды.
Ойошмаға тәбиғи һөт Бөрө районынан килтерелә. Әлеге тантанала 2-се балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Улар байрамда үҙҙәре ашнаҡсыға әүерелде – республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова менән бергә перәниктәрҙе биҙәнеләр.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов: "Пышка" етештереүселәр менән уңышлы хеҙмәттәшлек алып бара. Улар эшкәрткән һөт экологик йәһәттән таҙа, ҡулланыусыға тәбиғи килеш килә. Үҙенән әҙерләнгән аҙыҡтар бик тәмле һәм файҙалы”, – тине.
Ведомство етәксеһе шулай уҡ "Пышка"ның һөт һатырға теләгән фермерҙар, ауыл хужалығы кооперативтары өсөн бик ҡулайлы булыуын, улар етештергән аҙыҡ-түлек менән мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын тәьмин итеү мөмкинлеген билдәләне.
Республика Башлығының сентябрь указындағы программалар һәм бурыстарға ярашлы, 2024 йылға тиклем Башҡортостанда йылына тауар һөтөн етештереүҙе 1,2 миллион тоннаға, ә 2030 йылға 1,5 миллион тоннаға еткереү күҙаллана.