Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Ноябрь 2019, 06:36

Элек телде ҡырҡырға тура килгән...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Республика онкология диспансерына юғары технологиялы заманса микроскоп һатып алынды. Ошо көндәрҙә уны ҡулланып, 62 йәшлек ирҙе яман шештән арындырыу буйынса дүрт этаптан торған операция яһалды.

Ауырыу телендә яман шеш аҙыуын бынан дүрт ай элек кенә белә. Операцияның технологиялары тураһында төпсөрләп яҙып тормайбыҙ. Пациенттың муйынындағы лимфа төйөндәрен алалар. Унда метастазалар була, ә телдә – яман шеш. Операциянан һуң телмәр үҙгәрәсәк, иң мөһиме, пациент һөйләшеп аңлаша аласаҡ.
Бүлексә мөдире Шамил Мусин әйтеүенсә, бындай операция республикала тәүге тапҡыр үткәрелде. Элек бындай осраҡтарҙа телде ҡырҡырға тура килгән, тормош сифаты ҡырҡа түбәнәйгән. Ә бындай диагнозлы сирлеләр йыл да 60-70-кә етә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы һатып алынған микроскоп диаметры өс-биш миллиметрлы ҡан тамырҙарын, артерияларҙы тегергә ярҙам итә.
Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү”, “”Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш”, “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш”, “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү”, “Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү”, “Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү”, “Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү” федераль проекттарын үҙ эсенә ала.
Читайте нас: