Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Октябрь 2019, 06:29

Кушнаренко халҡына – яңы эш урындары

Фото район хакимиәте сайтынан.Хакимиәттә үткәрелгән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәтен”ндә ошо хаҡта билдәле булды.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы үткәрелгән сарала юл эргәһен хеҙмәтләндереү төрөнә ҡараған кемпинг, яғыулыҡ станцияһы, супермаркет һәм башҡа объекттарҙы төҙөү хаҡында һүҙ барҙы.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә “Минең бизнес” клиентлыҡ офисы директоры Рөстәм Зөбәйеров та ҡатнашты.
Үрҙә һанап үтелгән объекттар Шәрип һәм Иҫке Ҡамышлы ауылдары янында төҙөләсәк. Башланғыс бойомға ашырылһа, Кушнаренко районында етмештән ашыу кешегә эш урыны буласаҡ.
Әле объекттар проектлаштырыу кимәлендә. Кәңәшмә ваҡытында төҙөлөштөң барлыҡ проблемалы мәлдәре хаҡында һөйләшеү булды, эшҡыуарҙар белгестәр тарафынан тейешле ярҙам алды.
Башҡортостан Башлығының күрһәтмәһенә ярашлы, Кушнаренко районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” һәр кесаҙна үтеп тора. Ҡатнашырға теләгәндәр 8(34780)5-71-02 телефоны аша алдан яҙыла ала.
Читайте нас: