Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Октябрь 2019, 06:18

Беҙҙә милли проекттар нисек ғәмәлгә ашырыла?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” Генераль советы президиумы федераль мониторингы төркөмөнөң йомғаҡлау ултырышында ҡатнашты. Унда Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сенаторҙары, депутаттары булды.

“Әле 58 төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Республика өсөн был граждандарҙың тормошон яҡшыртыуға этәргес көс булып тора. Беҙ етди пропаганда эше алып барабыҙ, милли проекттарҙың әһәмиәтенә төшөндөрәбеҙ. Юлдар төҙөлөшө, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын матди яҡтан тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф буйынса йылдам алға барабыҙ. Быйыл ғына 20 балалар баҡсаһы һәм 20 мәктәп төҙөлә, – тине Радий Хәбиров. – 2019 йылда республикала милли проекттарға ярашлы 872 сара планлаштырылған. Социаль әһәмиәтле объекттар төҙөү айырым контролдә. Ике поликлиника һалына, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә һәм ремонтлана. 2024 йылға тиклем 400 самаһы ФАП тәртипкә килтерелергә тейеш”.
Мониторинг төркөмө етәксеһе Денис Москвин Башҡортостандың милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән күпкә айырылып тороуын, эшмәкәрлектең уңышлы барыуын билдәләне. Артабан һәр проектҡа ярашлы айырым һөйләшеү булды.
Читайте нас: