Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Октябрь 2019, 07:07

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа – заман һулышы

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡты комплекслы һанлаштырыу башланды. Был эш Рәсәй Президенты тарафынан раҫланған “Һанлы иҡтисад”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Идара ойошмалары һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәре “Дом.Контроль” системаһына тоташа башланы ла инде. Был уларға бер-береһе менән бәйләнештә булыу, шулай уҡ граждандарҙы ҡала биләмәләрен үҫтереү мәсьәләләренә йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк. Ошо йәһәттән республика һәм “Дом.Контроль” компанияһы араһында тейешле килешеү күптән түгел уҙған “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – киләсәккә ҡараш” II республика фәнни-ғәмәли форумында төҙөлдө.
“Был өлкәгә мәғлүмәт технологияларын индереү – күптән өлгөргән мәсьәлә. Бөгөн беҙҙең алда ике бурыс тора: ҡала хужалығы идаралығы һәм тармаҡ предприятиелары эшенең сифатын яҡшыртыу. Граждандар уңайлы, функциональ сервистар менән тәьмин ителергә тейеш”, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
“Дом.Контроль” – аҡыллы һанлы диспетчерлы күп функциялы сервис. Уның аша мобиль ҡушымталарҙан заявкалар бирергә, push-белдереүҙәр ебәрергә, граждандар араһында һорау-яуап алыу, онлайн тауыш биреү үткәрергә, счетчик күрһәткестәрен ҡабул итергә, иҫәп, документ әйләнеше алып барырға һ.б. мөмкин.
“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ социаль көсөргәнештең даими сығанағы булып тора. Был тармаҡ үҙгәрештәргә ауыр бара, әммә әлеге заманса алымдан, һис шикһеҙ, ыңғай һөҙөмтә буласаҡ тип ышанабыҙ”, – ти “Дом.Контроль” йәмғиәте директоры Вадим Потехин.
Читайте нас: