Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Октябрь 2019, 07:11

Экспортҡа рөхсәт бирелерме?

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы саралар республикабыҙҙа әүҙем тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, бөгөн Ҡытай Халыҡ Республикаһының Баш таможня идаралығы Башҡортостанға ике көнлөк эш сәфәре менән килде. Ҡытай делегацияһы беҙҙә “Россельхознадзор”ҙың саҡырыуы буйынса. Маҡсаттары – бойҙайҙы үҫтереү, етештереү һәм һаҡлау урындарына инспекция үткәреү. Һөҙөмтә ыңғай булғанда, продукцияны Ҡытайға экспортлауға рөхсәт биреләсәк.
Ғөмүмән, төбәк продукттарының таралыу майҙанын киңәйтеүҙә, уларҙы күберәк һәм сифатлыраҡ етештереүгә этәргес биреүҙә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының өлөшө баһалап бөткөһөҙ буласаҡ. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был йүнәлешкә айырыуса ҙур иғтибар бүлеп, етештереүселәрҙе төрлө яҡлап дәртләндереү, ҡеүәтләү бурысын да ҡуйҙы.
Беҙҙә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыу буйынса мәсьәләләр, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫешенә ныҡлы иғтибар бирелә. Беренсе сиратта – эшкәртеү сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияларына. “Республикала эшмәкәрлеге экспортҡа йүнәлтелгән 800 компания бар, уларҙың 650-һе – бәләкәй һәм урта предприятиелар, – тине бер сығышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Әммә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың хеҙмәт һөҙөмтәлелеге бигүк ҡәнәғәтләнерлек түгел – экспорттың 90 процентын 20 эре тауар етештереүсе тәьмин итә. Тимәк, тәүгеләренә иғтибарҙы арттырыу шарт”.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең системалы саралары”.
Читайте нас: