Республика кардиология үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарын профилактикалау, диагностикалау һәм дауалау яңы технологияларын индереү, шулай уҡ пациенттарҙың ошо категорияһына ярҙам итеү, медицина ойошмаларының матди-техник базаларын нығытыу планлаштырыла.
“Һанлы медицина буйынса эш дауам итә. Төбәк программаһы сиктәрендә Республика кардиология үҙәгенең йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары булған кешеләрҙе иҫәпләү һәм күҙәтеү Республика логистика үҙәге функциялары киңәйтелде. Үҙәк медицина эвакуацияһы этабында киҫкен коронар синдромы булған пациенттарға һәм республика территорияһында медицина ойошмаларында булған пациенттарға ашығыс махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтә. Республика логистика үҙәге көн һайын тәүлек әйләнәһенә эшләй”, - тинеләр кардиоүҙәктә.