Республикала халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән саралар араһында онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһында эш башлағандың тәүге көндәрендә үк медицина тармағының хеҙмәтләндереү кимәлен баһалап, етешһеҙлектәрҙе яйға һалыуҙы көн үҙәгендә торған төп проблемаларҙан башлау бурысын ҡуйҙы.Был күрһәтмәләр араһында онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш беренсе сиратта. Республика онкология диспансерына яңы заманса бина төҙөү, медицина учреждениеларына юғары технологиялы ҡорамалдар, дарыу препараттары алыуҙың күләмен арттырыу, пациенттарҙа ошо ауырыуҙы тәүге стадияһында асыҡлаған медицина белгестәренә матди дәртләндереү сараһы булдырыу һ.б. ғәмәлдәр яман шешкә ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерәсәк.
#Национальныепроекты