Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Октябрь 2019, 06:03

Милли проекттарҙы күҙәтеүҙә үҙ алымдарын тәҡдим итте

РФ Президентының Иҙел буйы федераль округындағы вәҡәләтле вәкиленең аппараты булдырылыусы федераль автоматлаштырылған милли проекттарҙы контролләү системаһы өсөн милли проекттарҙы үтәүҙе күҙәтеү буйынса алымдар эшләгән.

Был турала вәҡәләтле вәкилдең урынбаҫары Алексей Кузьмицкий РФ Президентының стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Советы Президиумы ҡарамағындағы ведомство-ара эш төркөмө ултырышы һөҙөмтәләре буйынса белдерҙе.
“Әле бер нисә федераль структурала милли проекттарҙың айырым күрһәткестәрен үтәү буйынса автоматлаштырылған күҙәтеү системалары бар. Ҡайһы бер төбәктәрҙә лә программа продукттары бар. Тик был хәл милли проекттарҙың үтәлешенең һөҙөмтәлелеген тулыһынса күрһәтә алмай, мәғлүмәттәр “Федерация-төбәк-муниципалитет” сылбырында системалаштырылмаған”, - тине Алексей Кузьмицкий.
Ул шулай уҡ: “Милли проекттарҙы үтәү һәм уларҙың һөҙөмтәлелеген контролләү – бөтә кимәл власть өсөн дә дөйөм мәсьәлә, шуға ла финанс яҡтан тәьмин итеүҙең планлы һәм фактик күләмен, бюджет һәм бюджет булмаған финанслау сығанаҡтарының сығымдарын анализлауҙы, милли проекттарҙың үтәлеше барышын, контроль нөктәләрҙе үтәүҙе күрһәткән күҙәтеү мәғлүмәт системаһын булдырыу мөһим. Ул ведомство-ара хеҙмәттәшлек режимында маҡсатлы күрһәткестәргә ирешеүҙе контролләргә, шул мәғлүмәттәр нигеҙендә идара ҡарарҙары ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк”, - тип билдәләне.
#национальныепроекты
Читайте нас: