Республикала шулай итеп рәсми булмаған сүплектәргә ҡаршы көрәшергә ниәтләйҙәр, ә төбәктә улар һаны 2,9 меңдән ашыу.
-Ҡоролма сорттарға айырылмаған сәнәғәт, медицина, ҡаты көнкүреш һәм башҡа сүптәрҙе юғары температуралы яндырыу ысулы менән юҡ итә. Сүп ҡалдыҡтарын сорттарға айырырға кәрәкмәй, өҫтәмә яғыулыҡ та талап ителмәй, - ти Искәндәров.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яҡын арала муниципалитеттарҙың береһендә ҡоролма ҡуйыу менән пилот проектын ойошторасаҡтар. Бер комплекс тәүлегенә 150 кг сүп яндырырға һәләтле, ә уның хаҡы 1,5 млн һумдан башлана.
Республикала йыйылған сүптәрҙең дөйөм күләме – 29 млн кубометрҙан ашыу, ә бер кубометрҙы юҡ итеү өсөн 850 һум тирәһе аҡса кәрәк.