– Алдынғы донъя клиникалары менән хеҙмәттәшлек – медицина ярҙамы сифатын күтәреү, уңышлы тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм, әлбиттә, юғары кимәлдәге кадрҙар әҙерләү йәһәтенән мөһим әһәмиәткә эйә, – тине үҙ сығышында Радий Хәбиров. – Беҙ донъя медицинаһы ҡаҙаныштарын күҙәтеп барабыҙ, уңышлы миҫалдарҙы үҙебеҙҙә ҡулланырға тырышабыҙ һәм һаулыҡ һаҡлау тармағына тейешле кимәлдә сығымдар бүләбеҙ. Ҙур мөмкинлектәр «Һаулыҡ һаҡлау», «Демография» федераль милли проекттары буйынса тормошҡа ашырыла.