Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Октябрь 2019, 11:04

Өҫтәмә аҡса бирәсәктәр

РФ Хөкүмәте бүлгән сумма 2019 һәм 2020 йылдарҙа онкологиялы кешеләрҙе дауалауға йүнәлтеләсәк.Ошондай ҡарар тураһында премьер-министр Дмитрий Медведевҡа вице-премьер Татьяна Голикова хәбәр итте. Бөтәһе милли проектты тормошҡа ашырыу дәүерендә ошо маҡсатҡа 1290 млрд һум аҡса бүленгән.

Бынан тыш, вице-премьер быйыл ОМС фонды бюджетына 70 млрд һум аҡса күсерелеүен, бының химиотерапия курстары һанын арттырырға мөмкинлек биреүен дә билдәләне. Граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә 2020 йылда 177 млрд һум аҡса бүлеү панлаштырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Һаулаҡ һаҡлау” милли проектында төп проекттарҙың береһе булып “2018-2024 йылдарҙа онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш” проекты тора. Уның төп мәсьәләләре 2024 йылға йөҙ мең кешегә яман шештәрҙән үлеү осраҡтарын 185 осраҡҡа тиклем кәметеү, халыҡты профилактик тикшереүҙәр кимәлен 40 проценттан 70 процентҡа тиклем арттырыу.


#национальныепроекты
Читайте нас: