Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Октябрь 2019, 11:20

Ирекмәндәр ярҙамға киләсәк

2019 йылда “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Социаль әүҙемлек” төбәк проекты старт алды. Төбәктә проект сараларының операторы – Республика волонтерҙар хәрәкәте һәм йәш инициативаларға булышлыҡ ресурс үҙәге.

Проект Башҡортостанда ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Бөгөн муниципаль берләшмәләрҙең тик 35 процентында ғына уны үҫтереү өсөн кәрәкле база бар. Төбәк проектының маҡсаты – 2024 йылға республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында ирекмәндәр үҙәктәрен булдырыу.

Әле мәғариф һәм коммерция булмаған ойошмалар, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль учреждениелар нигеҙҙәрендә 308 ирекмәндәр үҙәге ғәмәлдә. Йыл аҙағына тиклем уларҙың һаны 318-гә етәсәк.

Республика халҡы өсөн волонтер акциялары, уҡытыу семинарҙары һәм форумдары үтәсәк. Ғинуарҙан октябргә тиклем 600-ҙән ашыу кеше волонтерлыҡ буйынса мәғариф семинарҙарында ҡатнашҡан, ә 93 кеше волонтерлыҡ тармағында эшкә әҙерлек үткән һәм тейешле сертификаттар алған.


#национальныепроекты
Читайте нас: