Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Октябрь 2019, 11:22

Интернетҡа тоташтырылған объекттар һаны арта

Ил Президентының май указдарына нигеҙләнеп, "Һанлы иҡтисад" дәүләт проектына ярашлы, “РФ һанлы иҡтисады” дәүләт стратегияһының “Мәғлүмәти инфраструктура” проектын тормошҡа ашырыу башланды. Проект бер мең кешегә тиклем йәшәгән ауылдарҙа социаль әһәмиәтле объекттарҙы интернетҡа тоташтырыуҙы күҙ уңында тота.

Бөгөнгө көндә 50 социаль әһәмиәткә эйә объект мәғлүмәти - технологик инфраструктура менән тәьмин ителгән. Улар араһында — мәктәптәр, ФАПтар, полиция бүлектәре, янғын һүндереү частары, һайлау комиссиялары.

“Мәғлүмәти инфраструктура” проекты күпләп сүс элемтә линияларын төҙөүҙе, элемтә каналдарын үҫтереүҙе, объекттар эсендә ИКТ-инфраструктура булдырыуҙы күҙ уңында тота. Булдырылған инфраструктура нигеҙендә оператор Интернетҡа инеү мөмкинлеген тәьмин итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июлдә үткәрелгән аукцион һөҙөмтәһендә проекттың операторы итеп Башҡортостан Республикаһының телекоммуникация компанияһы — “Башинформсвязь” йәмғиәте танылды. Контракт шарттары буйынса, ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем оператор 722 социаль объектты йәки объекттарҙың дөйөм һанының 28 процентын тоташтырырға тейеш.


#нацпроекты
Читайте нас: