Был проектҡа ярашлы, Ҡуян ауылы мәктәбе лә мобиль интерактив комплекстар, 3D-принтерҙар, медицина тренажерҙары менән кешегә тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнеү өсөн манекендар, «Лего» конструкторҙары менән тулыландырылған. Бынан тыш, "Үҫеш нөктәһе"ндә махсус коллектив зона (коворкинг), медиазона һәм шахмат залдары ла бар.
Шуныһы ҡыуаныслы: заманса кабинеттар, ҡорамалдар ҡунаҡтар, комиссия килгәндә генә түгел, ә көн һайын, хатта ялдарҙа ла тулы ҡеүәттә файҙаланыла. Уҡытыусылар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә быға һөйөнә, “Үҫеш нөктәһе” ауыл балаларының үҫешенә ысын мәғәнәһендә этәргес көс булыр тип ышана.
“Ҡуян балалары айырыуса бәхетле, "Мәғариф" проектына ярашлы мәктәп заманса ҡоролмалар менән байыны, уҡыусыларға бөгөнгө заман техникаһының бөтә мөмкинлектәрен татып ҡарарға форсат тыуҙы, – ти Краснокама районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Илдус Хафизов. – Бындай үҙәк булғас, һис шикһеҙ, балалар үҙ сиратында яҡшы уҡырға, һәр йәһәттән әүҙем булырға бурыслы.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.