Төркөм составына Федераль Йыйылыш депутаттары һәм сенаторҙары инде. Дәүләт Думаһы депутаты Денис Москвин етәкселегендәге эш төркөмө “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”, “Демография”, “Экология”, “Һанлы иҡтисад”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекттарының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе менән танышты.
Мониторинг барышында эш төркөмө мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, урамдарҙы, йәмәғәт биләмәләрен, предприятиеларҙы, медицина учреждениеларын, юлдарҙы ҡараны.
Финанслау күләме буйынса иң әһәмиәтлеләрҙең береһе – “Демография”. Уны тормошҡа ашырыу өсөн быйыл 5,8 миллиард һумдан ашыу бүленгән. Ике йыл дауамында ҡырҡ самаһы балалар баҡсаһы төҙөләсәк, сараларҙың бер нисәһе өлкән быуынды хәстәрләүгә, балалы ғаиләләрҙең матди хәлен нығытыуға, спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән.
Был милли проект буйынса объекттарҙы Дәүләт Думаһы депутаттары Ольга Окунева менән Татьяна Сапрыкина ҡараны. Уларҙы Рәсәй парламентында коллегалары Рәмзил Ишсарин – Башҡортостанда “Демография” милли проекты эш төркөмөнөң етәксеһе оҙатып йөрөнө.
Депутаттар шулай уҡ педагогик коллективтар, ата-әсәләр берләшмәләре менән осрашты. Ольга Окунева милли проекттың юғары кимәлдә тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Әммә ҡайһы бер объекттарҙың ваҡытында төҙөлөп бөтөрөнә шик бар.
“Федераль эш төркөмө Башҡортостанда милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын лайыҡлы баһаланы. Барыһын да контролдә тотоу ыңғай һөҙөмтә бирә. Эште ваҡытында тамамлау буйынса ныҡлы фекер алышыу, тейешле төҙәтмәләр индереү мөһим”, – тине Рәмзил Ишсарин.