Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Октябрь 2019, 11:32

Көйөргәҙелә ниндәй инвестиция проекттары ҡаралды?

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты илебеҙ халҡын йүнселлеккә күберәк йәлеп итеп, иҡтисади ҡеүәтебеҙҙе нығытыуға, һөҙөмтәлә кешеләрҙең йәшәйеш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Был маҡсатҡа республикабыҙҙа ҙур иғтибар бүленеүе мәғлүм. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров халыҡты эшҡыуарлыҡҡа яҡынайтыу, уларға үҙ кәсебен йәйелдереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән аныҡ йүнәлештәр булдырыу бурысын ҡуйҙы, был күрһәтмә төрлө яҡлап эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла.


Билдәле булыуынса, үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә, үҙаллы шөғөлгә тотонорға ҡарар иткәндәргә документ яғынан ярҙам итеү, аңлатыу эштәре ойоштороу маҡсатында район-ҡалаларҙа ла аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтә. Кисә лә, ғәҙәттәгесә, сара барлыҡ муниципалитеттарҙа ойошторолдо. Көйөргәҙелә, мәҫәлән, хакимиәт етәксеһе Юлай Ильясовты ике инвестиция проекты менән таныштырҙылар.
Тәүгеһен яңы эш башлаған йүнсел Айгөл Исмәғилева тәҡдим итте. Ул торт, бәлеш һәм башҡа кондитер изделиелары әҙерләү менән шөғөлләнә. Артабанғы маҡсаты – Яңы Мораптал ауылында өй кухняһы булған ғаилә кафеһы асыу. Бының өсөн финанс ярҙам кәрәк. Ошоға бәйле Айгөл Фәнил ҡыҙы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн тәғәйенләнгән программаға ярашлы субсидия алыуҙа булышлыҡ ҡылыуҙы һорап мөрәжәғәт итте.
Икенсе инвестиция проектын Регина Ефанина тәҡдим итте. Ул Ермолаевкала күсемһеҙ милек агентлығы асыу буйынса бизнес-планын тәҡдим итте. Был үҙәктә халыҡҡа кәрәкле милек һайлау, ҡуртымға алыу-биреү, документтар тултырыу һ.б. буйынса ярҙам күрһәтеләсәк. Әле районда бындай баҙар аҙ үҫешкән.
Кәңәшмәлә ҡаралған проекттар буйынса тейешле тәҡдимдәр әйтелде, белешмәләр, күрһәтмәләр бирелде, эштең үтәлеү срогы билдәләнде.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”. Был милли проектҡа ярашлы, Башҡортостанда төбәк проекттарының биш паспорты раҫланған.
Читайте нас: