Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь 2019, 14:31

Өфөлә «Киләсәккә билет» фестивале үтәсәк

2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 63 муниципаль районы «Киләсәккә билет» проектында ҡатнаша.

30000 меңдән ашыу уҡыусы тест үткәреүҙең өс этабын үтә, проекттың таныштырыу форматында ҡатнаша һәм уның Платформаһында теркәләсәк.

«Киләсәккә билет» проекты уҡыусыларға буласаҡ һөнәрҙе иртә этапта һайлау һәм һайлаған белгеслек буйынса уҡыу йортон билдәләү мөмкинлеген бирәсәк. Уның асылы - иң яҡшы вәкилдәр менән эшләү аша ғәмәли эшмәкәрлекте үҙләштереү.

«Киләсәккә билет» проекты өс этаптан тора: «Үҙ билдәләнеш». Федераль электрон платформала тест үтеү; танышыу сараһы - балаға һөнәр менән танышыу мөмкинлеге бирә; «Киләсәккә билет» һөнәрҙәр фестивале - һөнәрҙе һынап ҡарау форматы.

Уның даирәһендә республиканың 1300 педагогы уҡыуҙар үтәсәк.

Проект «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу даирәһендә үтә. Конкурслы һайлап алыуҙа 58 төбәк ҡатнашты, шуларҙан 36һы еңеүсе тип танылды, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы. Проекттың төбәк операторы - Республика балалар белем биреү технопаркы.

Билдәләп үтергә кәрәк, 2018 йылда проектта 100 дөйөм белем биреү мәғариф ойошмаһы ҡатнашты, был Башҡортостан Республикаһының ун ҡалаһынан 10 мең уҡыусыны йәлеп итте, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында, һөнәри белем биреү ойошмаларында 34 компетенция буйынса 21 майҙансыҡта 510 һөнәр һайлау сараһында 2 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Үҙ хәбәрсебеҙ.


Читайте нас: