Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың юлдар торошон айырым контролгә алыу мөһимлеген билдәләп, был йәһәттән төрлө бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға ҙур иғтибар бүлеүе арҡаһында тармаҡта, ысынлап та, һиҙелерлек уңыштар бар. Был йәһәттән эш өҙлөкһөҙ дауам итә.
Республика кимәлендәге генә түгел, ә район-ара юлдарҙа ла тәртип урынлаштырыу урындарҙағы тормош кимәлен яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһын булдырыу халыҡҡа был эштә яҡындан ҡатнашыу, үҙ фекерен белдереү мөмкинлеген бирҙе.
Билдәле булыуынса, Өфөлә Комсомол урамындағы Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан Бессонов урамына тиклемге биләмә ремонтланасаҡ (3,84 км). Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, реконструкцияны 2021 йылда тамамлау планлаштырылған.Өфөнөң Мостай Кәрим урамында капиталь ремонт бара, 8 Март урамын реконструкциялау, Валерий Лесунов урамын төҙөү планлаштырылған. Ғөмүмән, милли проект тормошҡа ашырылған ваҡытта баш ҡалала урам-юл селтәренең 28 участкаһы ремонтланасаҡ, уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 47 саҡрымдан ашыу, майҙаны – 811 мең квадрат метр.
Республикабыҙ район-ҡалаларында ла төҙөкләндереү эше әүҙем бара. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Благовещендағы филиалы урындағы Шоссе урамында автомобиль юлы ремонтын тамамланы, шулай уҡ ҡалалағы бер нисә күп фатирлы йорт эргәһе биләмәләрен капиталь төҙөкләндерҙе.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының төбәк проекттарына ярашлы, шулай уҡ Бедеева Поляна ауылындағы 0,8 саҡрымлыҡ урамға ремонт тамамланды.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт башлығы.