Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Октябрь 2019, 11:06

Артта ҡалған юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ программаһын эшләүгә – 100 миллион һум

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙең ун төбәгендә артта ҡалған юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ программаһын эшләүгә конкурс иғлан итте.

Биш еңеүсе егермешәр миллион аҡса аласаҡ. Министрлыҡтың мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был, иң яҡшы идара моделдәрен индереп, лидер булған юғары уҡыу йорттары менән артта ҡалғандарының араһын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк.

Конкурста хеҙмәткәрҙәре университеттарҙың мәғариф йәки фән, халыҡ-ара эшмәкәрлек, стратегик, кадрҙар, шулай уҡ программа үҫеше тармағында халыҡ-ара рейтингтарға ингән вуздар менән өс йылдан артыҡ етәкселек иткән мәғариф учреждениелары ҡатнашасаҡ.

Конкурстың беренсе этабында һайлап алыу критерийҙары булдырыласаҡ, вуздар исемлектәре төҙөләсәк, ҡалған өлөш – учреждениеларҙың социаль-иҡтисади торошон анализлау. Конкурс 23 октябргә тиклем дауам итәсәк.


#национальныепроекты
Читайте нас: