Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Октябрь 2019, 11:10

Республика музейҙарында ярҙамға мультимедиа-гид килә

“Һанлы мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә илебеҙ музейҙарында мультимедиа-гидтар булдырыу буйынса конкурс һайлап алыуы уҙҙы. Еңеүселәр исемлегенә Башҡортостандың ике музейы ла – Хәрби Дан республика музейы һәм М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы инде.

Мультимедиа-гид “Артефакт” һанлы платформаһы нигеҙендә булдырыла. Хәрби Дан музейында ул “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостан” экспозицияһын ҡараусылар өсөн өҫтәмә мәғлүмәт сығанағы булып торасаҡ. Шул уҡ ваҡытта экскурсоводтың оҙатыуы кәрәкмәҫкә лә мөмкин. Программа бик ябай эшләй: музейға килеүсе программа яҙҙырып ала, һуңынан телефон камераһын экспонатҡа йүнәлтә һәм телефоны экранында бөтә кәрәкле мәғлүмәтте уҡый. Бынан тыш, радиогид хеҙмәте менән дә файҙаланырға мөмкин. Рус һәм инглиз телдәрендәге яҙмаларҙы тыңларға була.

Художество музейында “М.В. Нестеров һәм XIX-XX быуатта рус сәнғәте” экспозицияһы буйынса мультимедиа-гид буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был музейҙа М.В. Нестеров һәм Д.Д. Бурлюк картиналарының иң ҙур коллекцияһы һаҡлана. Экспозицияла шул дәүерҙең иң яҡшы эштәре күрһәтелгән. Яңы программа арҡаһында музейға килеүселәр картиналар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ала аласаҡ.

#национальныепроекты
Читайте нас: