Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Октябрь 2019, 11:07

Һарытау өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте

Милләттәштәребеҙ күпләп төпләнгән Перелюб һәм Пугачев районы ауылдарында Башҡортостандан килгән сәнғәт әһелдәре йыр, ҡурай, ҡумыҙ, бейеү һәм уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Ырғыҙ һәм Кәмәлек йылғалары буйы башҡорттарына беҙҙең ижади төркөм дә сәфәр ҡылды.

Күсәнбәт, Бөғәнәш, Мәҡсүт, Калинин мәктәптәрендә был көндәрҙә ҡурай, башҡорт йырҙары яңғырап торҙо. Кемдер ҡурайҙа уйнарға кемдер йырларға, кемдер башҡортса тыпырҙатырға өйрәнеп төркөмдәргә бүленде.


Сәйҙә Ильясова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: “Балалар бик матур итеп әүҙем генә ҡатнашып йырҙар өйрәнәләр. Был ҡасабала 70% башҡорттар йәшәй икән. Барыһы ла балаларын уҡытырға тырышалар. Ата-әсәләр ҙә уларҙың нисек шөғөлләнгәндәрен килеп ҡарап-ҡарап китәләр”.
Калинин урта мәктәбендә 55 кенә бала уҡый. Уларҙың күбеһе күрше Ҡунаҡбай, Кузәбай башҡорт ауылдарынан. Элекке совхоз үҙәге булып, «Калинин», тип аталһа ла, унда ла халыҡтың күбеһе - башҡорттар. Ҡунаҡбайҙа һәм Күзәбайҙа мәктәп ябылған. Шулай уҡ, күрше Пугачев районының Бәғәнәш, Мәҡсүт ауылдарында ла башҡорт теле күптән уҡытылмай.


Быйылдан Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың мәҙәниәтенә иғтибар артты. Был турала Республика башлығы башҡорт теле уҡытыусыларының 1-се съезында, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә, шулай уҡ төбәктәрҙең йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙа ла билдәләп үтте. Кәмәлек, Ырғыҙ буйы башҡорттарының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында Башҡортостан мәғариф министрлығы әлеге ваҡытта Һарытау өлкәһе хакимиәте менән өлкәнең берәй белем усағында башҡорт класы асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.


Әлфиә Ғәлиева, Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары: “2018-2019 йылдарҙа Һарытау өлкәһендә бөтәһе 12 генә бала башҡорт телен йәкшәмбе мәктәбендә уҡыған. Был һандарҙы беҙ күбәйтергә уйлайбыҙ. 2019-2020 йылдарҙа шул 12 бала уҡыуын дауам итер һәм беҙ хәҙер башҡорт теле йәкшәмбе мәктәптәрендә генә түгел, ә мәктәп шарттарында уҡытылыр, тип уйлайбыҙ”.

Хәбәрсе: Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Һарытау дәүләт университеты базаһында «Һарытау Волга аръяғы башҡорттары һәм дала Евразияһы мәҙәниәте» тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда башҡорттарҙың ерле халыҡ икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды һәм дә уларҙың мәҙәниәтен яңы юҫыҡтарҙа өйрәнеү йүнәлештәре, темалары билдәләнде.

#Нацпроекты
Читайте нас: