Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Октябрь 2019, 11:15

Торлаҡ төҙөлөшө артасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү маҡсатында Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын ғәмәлгә ашырыу даирәһендә торлаҡ төҙөлөшө темптарын арттырыу күҙ уңында тотола.

Төҙөлөш темпы күрһәткесе бер ярым тапҡыр арттырылырға тейеш. Был хаҡта “УралСтройИндустрия” форумын асҡанда республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Торлаҡ төҙөлөшө темпы, уҙған йыл менән сағыштырғанда, күпкә артасаҡ.


Өлөшсөләр проблемалары ла хәл ителә. 28 октябрҙә 400гә яҡын алданған өлөшсө, шул иҫәптән “Миловка паркы”ныҡылар ҙа фатир асҡыстары алды. Дүрт ай эсендә төҙөүселәр “Йәштәр” комплексының дүрт йортонда эштәрҙе теүәлләргә тейеш, һуңынан йорттарын төҙөп бөтөрөүҙе 840 өлөшсө көтәсәк.

#национальныйпроект
Читайте нас: