“Росавтодор РФ Транспорт министрлығы ярҙамы менән проекттарҙы (интеллектуаль транспорт системаһын) һайлап алыу методикаһын эшләй. Әлеге методика йыл аҙағына тиклем эшләнәсәк, 2020 йылдың 1 апреленә тиклем ул раҫланасаҡ. Проектты киләһе йылда тормошҡа ашыра башларға ниәтләйбеҙ”, - тине Низакаев. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, юлдарҙың үткәреү һәләтенең һәм юл-транспорт ваҡиғаларының онлайн-мониторингы өсөн ситуацион үҙәк булдырыласаҡ. Системаға хоҡуҡ боҙоуҙарҙы фиксациялау камералары ла индереләсәк. “Беҙ шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында интеллектуаль светофорҙар ҡуйырға ниәтләйбеҙ, улар юлдарҙың тулылығын күрә һәм үткәреү һәләтен көйләй аласаҡ”, - тине дирекция етәксеһе.
Интеллектуаль транспорт системаһы илебеҙҙә 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса булдырыла. Уның маҡсаты – юл-транспорт ваҡиғалары, уларҙағы үлем һанын кәметеү, норматив талаптарға кәм тигәндә 50 процентҡа яуап биргән төбәк тәғәйенләнешендәге автомобиль юлдарын арттырыу.