Иҫтәк ауылы ФАПы 620 кешене, шул иҫәптән 134 баланы хеҙмәтләндерә. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғыс биргән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү” проекты саралары алыҫ ауылдар халҡын медицина ярҙамы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Был маҡсатҡа 2019 йылда проектта:
-29 фельдшер-акушерлыҡ пункты һатып алыу (шуларҙың алтауһы – медицина ойошмаһынан бик алыҫ урынлашҡан халҡы йөҙ кешенән ашыу булған ауылдарҙа; авария хәлендәге 23 ФАПты алмаштырыу);
-Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы программаһы буйынса өс ФАП төҙөү;
-27 күсмә медицина комплексы һатып алыу (7 флюорограф һәм 20 күсмә ФАП) ҡаралған.
Бөтәһе ошо маҡсаттарға 376 млн һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 266,2 млн һум йүнәлтеү планлаштырыла.