Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь 2019, 11:16

Башҡортостанда милли проект сиктәрендә быйылға планлаштырылған юл эштәре 92 процентҡа башҡарылған

Ҡалған эштәр 1-се октярбгә тиклем тамамланырға тейеш. Был турала бөгөн "Сифатлы һәм хәүефһеҙ автомобиль юлдары" милли проектын ғәмәлгә ашырғанда төбәк аспектарына арналған пленар ултырышта белдерелде.

Быйыл Башҡортостанда милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 8 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Шуның яртыһынан ашыуын федераль бюджеттан күсереү ҡаралған. Сығымдар ҡала -райондарҙа 200 километр самаһы юл ремонтлауға һәм төҙөүгә, шулай уҡ Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел күперен һалыуға йүнәлтелә.


Өфө агломерацияһында федераль, урындағы һәм республика әһәмиәтендәге 80 километрҙан ашыу автомобиль юлы, Стәрлетамаҡ агломерацияһында 65 саҡрым самаһы юл норматив хәлгә килтерелә. Әммә башҡарылған эштәрҙе һәр ваҡыт сифатлы тип әйтеп булмай. Шуға ла республикалының Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты подрясы ойойшмалар менән теүләлләнгән эш эш өсөн тулыһыса иҫәпләшергә ашыҡмай.


#Национальныепроекты


Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: