“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектына ярашлы асыла. Был маҡсатҡа быйыл ғына федераль ҡаҙнанан өс миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Һанлы, тәбиғи фән һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн матди-техник базаны яңыртыуға республика 208, 5 миллион һум аҡса алды.
Яңы уҡыу йылында “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрендә балалар ата-әсәләре менән ғәҙәти булмаған сағыу бүлмәләргә инә. Уларҙы яңы ҡорамалдар, логотиптар йәлеп итә. Һәр үҙәк өр-яңы белем биреү киңлеген тәшкил итә. Унда йәштәргә информатика, технологиялар, йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре буйынса белем бирәсәктәр.
Бөгөн Рәсәйҙә 2049 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды. Уларҙың һаны буйынса республикабыҙ төбәктәр араһында өсөнсө урынды биләй.