WorldFood Moscow – Рәсәйҙә төп экспорт майҙансығы. Унда Африка, Яҡын Көнсығыш, Азия, Латин Америкаһы һәм доньяның башҡа илдәренән алдынғы аҙыҡ-түлек селтәрҙәре һәм күмәртәләп һатыу компаниялары вәкилдәре менән контракттар төҙөргә була, - тип һөйләй БР Тышҡы иҡтисад элемтәләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова. – Башҡортостан компаниялары биш стендта үҙҙәре етештергән продукцияны: дөгө майы, үлән сәйҙәре, кондитер әйберҙәре, улар өсөн эслектәр, крем-бал тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ яңылыҡтар ҙа буласаҡ, мәҫәлән, салаттарға һалыу, ҡыҙҙырыу һәм бешереү өсөн үҫемлек спрей-майы. Беҙҙә өс ил менән аҙыҡ-түлек килтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр бар. Күргәҙмәлә осрашыуҙар барышында компаниялар бергәләп эш итеүҙең нескәлектәре буйынса фекер алышасаҡ, өс экспорт контрактына ҡул ҡуйыласаҡ. Күргәҙмә йомғаҡтары буйынса башҡа һөҙөмтәләр ҙә булыр, тип өмөтләнәбеҙ.
WorldFood Moscow – Рәсәйҙә иң эре аҙыҡ-түлек көҙгө күргәҙмәһе. Рәсәй һәм доньяның 65 иленән 1500 етештереүсе ҡатнашасаҡ, шулар иҫәбендә Мәскәүҙән һәм Рәсәй төбәктәренән 50-нән ашыу компания. Башҡорт продукцияһын “Башҡортостан үләндәре”, “Глобус” ТПО йәмғиәттәре, “Белорет” кооперативы, “Тайра”, “Sweet Honey” йәмғиәттәре һәм “Laycy Queen” фабрикаһы тәҡдим итәсәк.