Берҙәм дәүләт имтиханын үткәргәндә һәм уның һөҙөмтәләрен баһалағанда яһалма интеллекттың ҡатнашлығы Рәсәйҙә киләсәк 10-15 йылда мөмкин. Был турала “Рәсәйҙең киләсәге. Милли проекттар” сайтында Рәсәй мәғариф күҙәтселеге етәксеһе урынбаҫары Анзор Музаев хәбәр итте. “Беҙ әле шартлы рәүештә 10-15 йылдан һуң ҡулланыласаҡ имтихан моделе буйынса фекер алышабыҙ. Яһалма интеллектты файҙаланып имтихан тапшырыу, уҡытыусының имтиханда ҡатнашмаясағы тураһында һөйләй алабыҙ. Уҡыусы һәм яһалма интеллект араһында диалог, ғәмәлдәр, шул ғәмәлдәрҙе баһалау буласаҡ”, - тине Музаев. Шулай уҡ ҡағыҙ ҡулланылмаған, ә имтиханды телдән тапшырыуға баҫым яһалған БДИ формаһы буйынса ла фекер алышыу бара. Иғтибар шулай уҡ уҡыусының креативлығына, критик фекер йөрөтә белеүенә, аралашыусанлығына, командала эшләй белеүенә бүленәсәк. “Шулай уҡ балаларҙың ҡаҙаныштарын, уларҙың һанлы эҙҙәрен иҫәпкә алыу мөмкинлеген дә ҡарайбыҙ. Һәр беребеҙҙең һанлы тарихы бар, унан беҙҙең нимә менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы, нимә уҡыуыбыҙҙы, төрлө ресурстарҙан ниндәй мәғлүмәт алыуыбыҙҙы белеп була. Киләсәктә һәр абитуриенттың шундай һанлы тарихы, хатта уның психологик портреты булыр, тип уйлайым”, - тип тә өҫтәне Музаев.