Шиғри-музыкаль сараны БДПУ-ның студенттарынан торған “Ҡорос” халыҡ театры ойошторған.
“Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тан ҡыҙыҡлы, тетрәндергес күренештәрҙе сәхнәләштереүҙе, һоҡланғыс шиғырҙарҙан, йырҙарҙан торған гүзәл композицияны театр етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов менән уның ярҙамсыһы, уң ҡулы Динә Солтанова ҡуйған.
Тамашаны ихлас ҡараған Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы уҡыусылары, уларҙың уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре “Ҡорос”тарға ихлас рәхмәт әйтеп, башҡорт теленең ғәжәп яңғырашын, ҡайһы берҙәргә аңлашылмаған хәлдә лә, уның моңона хайран ҡалыуҙарын билдәләп үтте.