Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Сентябрь 2019, 11:10

Милли проект буйынса юлдар ремонтлана

"Комстрой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баш ҡаланың бер нисә урамын ремонтланы. Эштәр ошо көндәрҙә тамамланырға тейеш.

Эштәр "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса башҡарыла. Йылы миҙгел тамамланғансы Өфөлә урамдарҙың дөйөм оҙонлоғо 47 саҡрымдан ашҡан 28 өлөшө төҙөкләндереләсәк. Бөгөнгә 18 объект ҡабул ителгән.

#Нацпроекты
Читайте нас: