Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Сентябрь 2019, 11:10

Милли мәҙәниәткә иғтибар ил күләмендә

Гүзәл Яхинаның бөтә Рәсәйҙә билдәле булған “Зөләйха күҙҙәрен аса” китабы тураһында, уҡымаған булһағыҙ, күптәрегеҙ ишеткәндер. Унда саф татар ауылынан йәш ҡатындың тетрәндергес һәм ҡыҙыҡлы тормошо тураһында һүҙ бара, һуғышҡа тиклемге, һуғыш ваҡытындағы һәм унан һуңғы осорҙоң фажиғәле мәлдәре сағылдырылған. Уның буйынса Рәсәй актерҙары ҡатнашлығындағы шундай уҡ исемле фильм төшөрөлгән. Тиҙҙән ул киң экрандарға сығасаҡ, әленән үк халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

ошо көндәрҙә “Россия 1” каналы буйынса барған яңылыҡтарҙан шулай уҡ беҙҙең милли мираҫыбыҙ һәм мәҙәниәтебеҙгә ҡағылған күңелле хәбәрҙе лә ишеттек. Был бөйөк башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең беҙ бәләкәй саҡтан йотлоғоп яратып уҡыған яҡты ла, ҡыҙғаныс та “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесына ҡағыла. Уның буйынса ил кимәлендәге “Сестренка” исемле фильм төшөрөлөүен хәбәр иттеләр. Актерҙар составы шулай уҡ бик көслө. Быйыл йөҙ йыллығын билдәләгән яҙыусы һәм драматургтың әҫәре кеүек үк, фильм да Рәсәй кино фондына ҙур өлөш индерер, ахыры.

Ике туғандаш, бер-береһенә шул тиклем оҡшаш халыҡ – татарҙар һәм башҡорттарҙың тормоштары, йәшәү рәүештәре менән юҡҡа ғына ҡыҙыҡһынмайҙар һәм ул шундай юғары кимәлгә лайыҡлы күтәрелгән, тип һанайым.

#Нацпроекты

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: