Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2019, 08:08

Инсульт йә инфарктты алдан нисек һиҙемләргә?

Ҡандың ойошоуы уның тән буйлап иркен хәрәкәт итеүенә ҡамасаулай. Ә бының үҙ сиратында инфарктҡа йәки инсультҡа илтеүе бар. Тик ҡан тамырҙарындағы тромбтарҙы махсус тикшереүһеҙ табып булмай.

Шулай ҙа ниндәй билдәләргә ҡарап табипҡа барырға кәрәклеген белеп була икән?

Беренсенән, әгәр ҙә һеҙҙең бер генә аяғығыҙ йәки ҡулығыҙ шешенһә. Икенсенән, тирелә ҡан тамырҙарына параллель рәүештә ҡыҙыл йәки зәңгәр һыҙаттар барлыҡҡа килһә. Уларға тейһәң, эҫе бөркөлә. Өсөнсөнән, күрер күҙгә бер ниндәй сәбәпһеҙ тынығыҙ ҡыҫылһа һәм башығыҙ әйләнһә. Дүртенсенән, аяҡ тартышһа йәки уларҙа уңайһыҙлыҡ тойолһа.

Былар, әлбиттә, башҡа ауырыуҙар билдәһе лә булырға мөмкин. Шулай ҙа табип менән кәңәшләшеү зыян итмәҫ.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: