Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2019, 08:05

Ғаиләһен ҡарайым тип...

Балаларын, ғаиләһен аҡса менән тәьмин итәм тип, сит тарафтарға киткән ир-егеттәр ни генә күрмәй?! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға әллә күпме яҙмыш һынауҙарын үтергә тура килә. Бәлә лә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй шул...

Тулаға эшкә киткән яҡташыбыҙ ике иптәше менән ҡаланың Немцов урамындағы ун дүрт ҡатлы йорттағы фатирҙы ҡуртымға алған булған. Ул бында вахта менән эшләгән. Ошо көндәрҙә 22 йәшлек егеттең мәйетен ошо йорт эргәһендә тапҡандар. Әле урындағы тәфтишселәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: