Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Сентябрь 2019, 14:40

МӘКТӘПТӘР МИЛЛИ ПРОЕКТ НИГЕҘЕНДӘ ҺАЛЫНА

Өфөнөң Дим районында күп профилле полилингваль белем биреү учреждениеһы асылды.

162-се мәктәп "Смарт" тип атала һәм "Мәғариф" милли проектына ярашлы төҙөлгән.

«Мәктәптәр - милли проекттың бер өлөшө. Быйыл беҙ 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһын тапшырырға тейешбеҙ. Бындай хәл беҙҙең республика тарихында булғаны юҡ», - тине БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тантаналы линейкала.

Милли проект буйынса төҙөлөп, быйылға сафҡа индереләһе объекттар бар әле. Республика башлығы йыл өсөн отчет биргәндә күрһәткестең 100 процент буласағын әйтте.

#милли проекттар
Читайте нас: