Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Сентябрь 2019, 12:00

БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНЕҮҘЕҢ ЯҢЫ АЛЫМЫ

Яңы уҡыу йылынан Башҡортостандың 71 мәктәбендә “Интерактив башҡорт теле” тип аталған дәрестән тыш предмет өйрәтелә башлай.

Республиканың Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, ул “Взлетай!” белем биреү проекты модулдәренең береһе булып тора.


“Интерактив башҡорт теле” – башҡорт телен өйрәнеү буйынса онлайн-дәрестәр циклы. Республика Башлығы грантына башҡорт телендә телмәр үҙенсәлектәрен үҫтереү өсөн веб-ресурс эшләнгән. Контент 30-ар минутлыҡ 34 онлайн-дәресте, һүҙлекте, грамматика буйынса теоретик материалды үҙ эсенә ала.


Онлайн-майҙансыҡта әле үк видео-күнекмәләр асыҡ, улар аша сәләмләү, төрлө урындарҙа аралашыу өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе өйрәнергә мөмкин.

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: