Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Сентябрь 2019, 14:00

БАШҠОРТОСТАНДА ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНДА 487 МЕҢ УҠЫУСЫ МӘКТӘПКӘ БАРА

Башҡортостанда яңы уҡыу йылында 487 мең уҡыусы мәктәпкә бара. 55 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһы тәү тапҡыр парта артына ултыра, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә министр вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.21 мәктәпте файҙаланыуға тапшырыуҙы иҫәпкә алып, төбәктә икенсе сменала уҡыусыларҙың өлөшө 8%-ҡа тиклем кәмей.

Башҡортостанда 1310 мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер. Быйыл мәктәптәрҙе ҡабул итеү барышында тәүгә белем биреү учреждениеларына 1 сентябргәсә бөтөрөргә кәрәк булған янғын хәүфһеҙлеге һәм санитар ҡануниәт өлкәһендәге талаптарҙы боҙоу исемлеге менән чек-ҡағыҙҙар биреү тәжрибәһе файҙаланылды. Әлеге ваҡытта ошо етешһеҙлектәр бөтөрөлгән.

Әйтәйек, белем биреү учреждениеларында террорға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн ашығыс хәбәр итеү, видеокүҙәтеү, һаҡ сигнализацияһы буйынса ҡорамал ҡуйыла. Был маҡсатҡа 313 миллион һум бүленгән. ЮХХДИ-һы мәғлүмәте буйынса, 1436 мәктәп автобусының 112-һе техник торошо буйынса ҡабул ителмәгән.

«Әле 1 сентябргә тиклем уларҙың барыһы ла техник яҡтан төҙөк булһын өсөн эш алып барыла», — тине Айбулат Хажин.

Төп санитар талаптарҙың береһе — мәктәптәрҙә һалҡын бәҙрәфтәрҙе бөтөрөү. Ошо маҡсатҡа төбәк бюджетынан 594 мәктәпкә 161 миллион һум бүленгән. Мишкә районындағы – 26, Йылайырҙағы 7 мәктәптә был эштәрҙең 1 сентябргәсә тамамланмауы мөмкин.

«Уҡыу йылы алдынан уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында «мәктәптә нимәне яҡшыртырға теләр инегеҙ» тигән һорау алыу үткәрелгән. Уларҙың 40 проценттан ашыуы мәктәпкә яңы йыһаз кәрәк тип иҫәпләй, быны 2024 йылға тиклем «Мәғариф» милли проекты саралары сиктәрендә тормошҡа ашырыу күҙаллана. Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәренә яңы уҡыу йыһаздары алына. Һорауға яуап биреүселәрҙең күпселеге спорт майҙансыҡтарын яңыртыуҙы, юлдарҙы йүнәтеүҙе теләй. Бының өсөн «Мәктәп ихаталарын төҙөкләндереү» программаһын әҙерләргә, уға спорт майҙансыҡтарын да индерергә кәрәк», — тине Мәғариф министрлығы етәксеһе.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров киләһе йылға мәктәптәрҙә спорт майҙансыҡтарын һәм балалар баҡсаларында уйын майҙансыҡтарын төҙөкләндереү буйынса республика программаһын ғәмәлгә ашырыуға аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тоторға ҡушты.

#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан

«Башинформ».
Читайте нас: