Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Август 2019, 10:00

Балаларға - яҡшы аш

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә ғәмәлгә ашырылыусы “Демография” дәүләт проектына ярашлы, “Сәләмәт туҡланыу мәктәбе” проекты сиктәрендә сәламәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән саралар дауам итә.

Барлыҡ уҡыусылар ҙа бушлай махсус социаль карта аласаҡ, уның менән ата-әсәләр - онлайн-банк йәиһә махсус терминалдар ярҙамындә аҡса күсерә, ә балалар туҡланыу өсөн түләй аласаҡ.

Шулай уҡ, картаны юғалтҡан осраҡта, 200 һумға чиплы беләҙек, йәки айырым чип һатып алырға мөмкин, уны портфелгә, кейем кеҫәһенә йәиһә сылбырға элеп ҡуйырға була. Уҡыусының социаль картаһына хәүефһеҙлек системаһы яҙыласаҡ.

Сауҙә һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө мәктәптәрендә туҡланыуҙы реновациялау буйынса пилот проекты берҙәм меню, сеймал сифатын контролдә тотоуға иғтибарҙы арттыра.

#национальныепроекты
Читайте нас: