Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Август 2019, 22:35

Социаль эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә

Башҡортостанда ошоға бәйле программа башланды. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Программа буйынса эшҡыуарҙарҙы бизнес-план әҙерләргә, маркетингҡа, проектын яҡлау алымдарына өйрәтәләр.

Курстарҙы Башҡортостан Социаль өлкә инновациялары үҙәге алып бара. Социаль эшҡыуарлыҡ программаһының тәүге һөҙөмтәләре лә бар. Сибай һәм Мәләүездә үткәрелгән курстарҙан һуң, ҡалаларҙа скейтпарк, шахмат клубы, әҙәби кафе һәм халыҡҡа кәрәкле башҡа ойошмалар барлыҡҡа килә.
Читайте нас: