Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Август 2019, 11:13

Яр Саллы башҡорттарына – бүләктәр

Татарстанда үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрендә Башҡортостан яғы милләттәштәребеҙгә иҫтәлекле бүләктәр ҙә әҙерләгәйне.

Мәҫәлән, “Шоңҡар” ойошмаһы һәм “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле яңы сәхнә костюмдары алып ҡыуанды. Шулай уҡ Яр Саллы ҡалаһы мәктәптәрендә тиҙҙән асыласаҡ башҡорт кластары өсөн методик ҡулланмалар тапшырылды. Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Тамыр” балалар студияһы менән берлектә Халыҡтар дуҫлығы йортонда үткән сараға килгән атай-әсәйҙәр һәм балалар өсөн сюрприз да әҙерләне: сағыу тамашанан торған концерт, интерактив уйындар ойошторолдо.

Ошоларҙың барыһын да “Тамыр” телеканалы “Был беҙ” тигән махсус тапшырыуҙа күрһәтәсәк.
Читайте нас: