21 августа Яр Саллыла Башҡортостандың һәм Татарстандың мәғариф министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороу мәсьәләһе буйынса ҡала халҡы менән осрашты. Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Яр Саллы ҡалаһы уҡытыусыларының август кәңәшмәһе эшендә ҡатнашты, Татарстандың Мәғариф министрлығы, Саллы муниципалитеты һәм уҡытыусылар менән осрашыуҙар үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтенән.Башҡортостан вәкилдәре туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Республикала 14 туған тел өйрәнелә, уҡытыу Башҡортостан халыҡтарының алты телендә алып барыла.Ата-әсәләр менән дә осрашыу ойошторолдо. Халыҡтар дуҫлығы йортонда 100-ҙән ашыу кеше йыйылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, Татарстан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илсур Хәдиуллин, Яр Саллы ҡалаһы Ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Рәмил Хәлимов ата-әсәләр һәм Татарстандың башҡорт ойошмалары вәкилдәре менән туған телдәрҙе өйрәнеү, ҡалала башҡорт класын асыу мөмкинлектәрен тикшерҙе, ата-әсәләрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
Элекке йылдарҙа мәктәптә башҡорт теле уҡытылған, ә һуңынан Йәкшәмбе мәктәбе ҡарамағына тапшырылған. Ләкин хәҙер күп кенә башҡорт ғаиләләре туған телен өйрәнергә теләүе тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.